29 сентябрь көнө 10д класы өсөн бик фәһемле үтте. Башҡорт журналисы, дәүләт эшмәкәре Сәғитов Тәлғәт Нигматулла улының “Хәтер ипкендәре” китабының исем туйын күрә алдыҡ.Тәлғәт Сәғитов гимназистарҙы үҙ ижады менән таныштырып, яңы китабы тураһында һөйләне.
Уҡыусыларҙа ҙүр ҡыҙыҡһындырыу тыуҙырған авторға һорауҙар күп булды. Тәлғәт Ниғмәтулла улы һәр береһенә яуап бирергә тырышты. Сараны сәхнәләштерелгән роман өҙөктәре, йырҙар, бейеүҙәр биҙәне. Сәғитов Тәлғәт Нигматулла улына саҡырғаны өсөн рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
1+