17 февралдә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатының китапхана залында Марат Хафизов һәм Юлай Әбсәләмовтың «Һуғыш балалары» китабының исем туйы үтте.

17 февралдә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатының китапхана залында Марат Хафизов һәм Юлай Әбсәләмовтың «Һуғыш балалары» китабының исем туйы үтте. Күркәм сараны гимназия-интернатыбыҙҙың директор урынбаҫары Азамат Закир улы Шәмсетдинов асып ебәрҙе. Артабан һүҙ хөрмәтле ҡунаҡ, китап авторы, 1991-1994 йылдарҙа гимназия-интернат коллективын етәкләгән, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Марат ағай Хафизовҡа бирелде. Автор китаптың яҙылыу тарихы, гимназияға ҡағылышлы хәтирәләре менән бүлеште, уҡыусыларға матур теләктәрен еткерҙе. Тәҡдим ителгән китапта һүҙ дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдары һәм һуғыштан һуңғы осорҙа 9-сы мәктәптә уҡыған һәм уны тамамлаған уҡыусыларҙың тормошо күрһәтелә. 40-лаған сағыу шәхестең күптәргә өлгө булырлыҡ, фәһем алырлыҡ яҙмышы, уларҙың яулаған үрҙәре һәм ирешкән уңыштары тураһында бәйән ителә.
Сараға йыйылған ҡунаҡтарҙың һәр береһе, өлкән фән хеҙмәткәре, фән кандидаты Юлай Әбсәләмов, Фәнис Ғәйнетдин улы Исхаҡов, уның тормош иптәше, йәмәғәт эшмәкәре Альбина Хашим ҡыҙы Исхаҡова,  техник фәндәр докторы Эрнст Мирсаяф улы Юлбарисов, Ләлә Ғибат ҡыҙы Биишева, Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов үҙ хәтирәләре, тормош һынауҙары менән уртаҡлашты. Уҡыусыларҙың ни тиклем бәхетле заманда йәшәүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алып рухлы, сәмле, сәләмәт тормош яҡлы булыуҙарын һәм туған телде һаҡлау бурысын еткерҙеләр.
Сара Эльвина Ғәббәсова башҡарыуында Рәми Ғариповтың «Тормош» шиғыры, уҡыусыларҙың «Һәр ваҡыт булһын ҡояш» йыры менән тағы ла йәнләнә төштө. Алып барыусылар, 10-сы класс уҡыусылары Мөхәмәтова Гөлсинә һәм Бикмаева Сөмбөл тыныс күк йөҙө теләп хушлашты.

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности