Шағир рухына бағышланған сара

12 февраль көнө – яратҡан шағирыбыҙ, һүҙ оҫтаһы, халҡыбыҙҙың рухи таянысы Рәми Ғариповтың тыуған көнө. Йола буйынса был көндө, шағирҙың рухына бағышлап, линейка үтә.

Рәми Ғарипов бөтә аңлы ғүмерен халҡыбыҙға хеҙмәт итеүгә бағышлаған, башҡаларҙы сағыу һәм тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә өндәгән, телебеҙҙең киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәгән шағир. Рәсәй президенты тарафынан быйылғы йыл Остаздар йылы итеп иғлан ителде. Рәми Ғарипов та талантлы шағир ғына түгел, ә йәштәр өсөн ижад мәктәбе тыуҙырған уҡытыусы, кәңәшсе, хәстәрлекле остаз булған. «Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙ арҙаҡлы шағир исемен йөрөткән уҡыу йортонда белем алаһығыҙ. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, исемебеҙ есемебеҙгә тура килһен ине тип теләйем: уҡыуҙа, эштә, тәртиптә, төрлө бәйгеләрҙә. Рәми дәрестәре, Рәми һабаҡтары һәр ваҡыт беҙҙең күңелдәрҙә булырға тейеш», – тине гимназия директоры И.Р. Сәлихов, гимназистарға өгөт-нәсихәт биреп.

Хөрмәтле ҡунағыбыҙ филология фәндәре докторы, профессор, Рәми Ғарипов премияһы лауреаты, 500-ҙән ашыу фәнни һәм фәнни-методик хеҙмәттәр авторы, Ҡаҙағстан һәм Әзербайжан республикаларында, Төркиә, Венгрия, Япония, Франция, Германия илдәрендә Халыҡ-ара ғилми форумдарҙа сығыштары менән ғалимдар араһында абруй яулаған ғалимә Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың, тел белгесе булараҡ, йәнле сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Телебеҙҙең моңо, сафлығы, уны хөрмәт итеү, һаҡлау, үҫтереү тураһында барҙы йөкмәткеле сығыш.

Бөгөнгө көндә Рәми Ғариповтың шиғриәтен олоһо ла, кесеһе лә уҡый, өйрәнә, ятлай. 11-се класс егеттәре Исхаҡов Илназ, Мөхәмәтуллин Нурислам, Әбсәләмов Фидан, Мәкәримов Арыҫлан, Маҡсудов Марат, Әбделвәлиев Салауат шағирҙың ил-тел темаһына арналған билдәле шиғырҙарын һөйләне.

Рәми Ғариповтың үҙе башҡарыуында «Шиғриәт» һәм «Шағирға» тигән шиғырҙарын тыңлау айырыуса тулҡынландырғыс мәл булғандыр.

«Календарҙан эҙләп маташмағыҙ

Аҡ донъяға килгән көнөмдө –

Тыуған көнөм минең көн дә булыр,

Һаҡлаһағыҙ туған телемде», – тип яҙған Мәүлит Ямалетдинов Рәми Ғариповҡа арналған шиғырында. Тыныс йоҡла, шағир! Рухыңа, антыңа, аманатыңа, мираҫыңа беҙ бер ваҡытта ла тап төшөрмәбеҙ!

Шулай уҡ йола буйынса, шағирҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, уҡыу алдынғылары, 11-се класс уҡыусылары Ғәзиз Ҡужин һәм Эльвина Фәтхелисламова, сәскәләр һалды. Рәми Ғариповҡа арналған тантаналы линейка 11е класы башҡарыуында «Уйҙарым» ҡобайыры менән тамамланды.

 

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности