Әҙһәм моңо… Әҙһәм ҡурайы…

27 ғинуар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатта халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы- педагог Әҙһәм Динислам улы Исҡужиндың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған Хәтер һәм Хөрмәт кисәһе үтте. Кисә уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә үткәрелде.
1960-1977 йылдарҙа Әҙһәм Динислам улы 1-се һанлы мәктәп- интернатында ҡурайсылар түңәрәгенә етәкселек итә һәм меңәрләгән уҡыусыларҙың йөрәгендә туған халҡының моңона һөйөү тәрбиәләй. Кисәлә мәшһүр ҡурайсы-остаздың уҡыусылары Юлай Ғәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Роберт Юлдашев, Әнүәр Шафиҡов сығыш яһаны. Туғаны Әхтәм Исҡужин йылы хәтирәләр менән бүлеште. Иҙел Аралбаев Салауат операһынан Салауат арияһын башҡарҙы. Шулай уҡ кисәлә Булат Йосоповтың “Дәүерҙәр бәйләнеше” исемле документаль фильм премьераһы булды.

💫Әҙһәм Динислам улы Исҡужин ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем халҡым тип янып йәшәне, ҡурай сәнғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт итте.
Уның изге эше быуындарҙан-быуындарға күсеп дауам итер, башҡорт ерендә ҡурай моңо мәңге тынмай яңғырар.

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности