Ҡурай байрамы

Гимназия-интернатта Ҡурай сәнғәтенә арналған ҙур байрам сараһы үтте. Әҙһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле һәм уның етәксеһе Вәсил Ришат улының уңыштарына арналды был байрам.
Ансамблде 2004 йылда сығарылыш уҡыусыбыҙ, Әҙһәм Исҡужиндың уҡыусыһы Әнүәр Шафиҡов ойоштора. Әлеге ваҡытта түңәрәкте егерме биш йыл ғүмерен ҡурай сәнғәтенә бағышлаған оҫта ҡурайсы Вәсил Ришат улы Баймырҙин етәкләй. Ансамблдең ҡатнашҡан конкурстары, еңеүҙәре һанап бөткөһөҙ. Һуңғы ҙур еңеүҙәренең береһе – Йомабай Иҫәнбаев исемендәге бәйгелә 1-се урын. Шулай уҡ ансамбль гимназияла ғына түгел, ҡала, республика кимәлендә уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалмай.
Сараны ҙурлап Башҡортостандың халыҡ артистары Азат Айытҡолов, Риф Ғәбитов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Шафиҡов (өсөһө лә интернатташтар), Вәсил Ришат улының яҡташтары, Затон биҫтәһендә Ә. Исҡужин исемендәге музыка мәктәбе уҡытыусыһы Шамил Күсәмешевтар килде, ҡурайҙа ла уйнап, йырын да ишеттереп, ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, байрамға йәм өҫтәне.
Артабан сәхнәгә гимназияның йәш сығарылыш уҡыусылары күтәрелде. Бөтәһенең исеменән Рәми Ғарипов премияһы лауреаты Нур Собханғолов остаздарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Социаль мәсьәләләр буйынса Киров районы башлығы урынбаҫары Артур Алибаков, гимназия-интернат директоры Илнур Сәлихов Вәсил Ришат улына артабанғы уңыштар теләне, Мәғариф министрлығы милли мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Ҡаһарманов Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Беҙ иһә ҡурайсылар ансамбле артабан да үҫһен, репертуары байыһын, уҡыусылар күберәк йөрөһөн тигән теләктә ҡалабыҙ. Билдәле ҡурайсы Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдиновтың әйткән һүҙҙәрен онотмайыҡ: “”Ҡурайҙы һаҡлау – милләтте һаҡлау ул”.

 

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности