Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова менән осрашыу үткәрелде

Күңелдәрҙе сағыу төҫтәре менән ихлас байытҡан көҙгө матур кистәрҙең береһендә, 26 октябрь көнө, гимназияла Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова менән осрашыу үткәрелде. Халыҡ күңелендәге бар ынйы-гәүһәрҙәрҙе түкмәй-сәсмәй йыйып алып, беҙгә, киләһе быуындарға тапшырған милләт әсәһен ғүмер юлының алтын үре – 75 йәше менән гимназия директоры Илнур Рифат улы Сәлихов тәбрикләне.
Күренекле прозаик, драматург, образлы фекер оҫтаһы Таңсулпан Ғарипова 1947 йылдың 22 сентябрендә Баймаҡ районы Күсей ауылында донъяға килгән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Йылайыр районы, Баймаҡ һәм Учалы ҡалаларындағы белем биреү усаҡтарында, район гәзиттәрендә, Учалы һәм Сибай яҙыусылар ойошмаларында, Сибай телевидениеһында, «Ватандаш» журналында эшләй. “Ялан сейәһе”, “Күгәрсен йыры”, “Ай менән Ҡояш бер генә”, “Илекәй”, “Ямғыр көткәндә”, “Бәхеткә ҡасҡандар”, “Төштәге йыр”, “Ғилмияза”, “Аҡ тирәк”, “Китмәгеҙ, торналар”, “Тәңкәле ҡыҙ”, “Йәй ташы”, әҫәрҙәре, айырыуса “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһы китап уҡыусыларға киң билдәле.
Яҙыусыны күркәм юбилейы менән гимназияның “Аманат” фольклор этнотөркөмө (етәксеһе: Рәйес Йәүҙәт улы Низаметдинов), “Тормош күперҙәре” йыры менән хор ансамбле (етәксеһе: Светлана Радик ҡыҙы Хисаметдинова), 9 В класы уҡыусылары “Еҫлегөл” хикәйәһен сәхнәләштереп (етәкселәре: Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы Алламоратова, Рима Фәйез ҡыҙы Нәбиева) сәләмләнеләр.
“Йәшәү дәүеремдә үҙемдән дә көслөрәк һәм юғарыраҡ булырға тырыштым. Әгәр шулай булмаһам, яҙа алмаҫ инем,” – тип яҙыусы ижад серҙәре менән ихлас уртаҡлашты, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар бирҙе, шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Осрашыуҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы Алламоратова йәнле итеп алып барҙы. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, ижад ҡомарының мәңге һүнмәүен, киләсәктә лә китап һөйөүселәрҙе ҡыуандырып яңынан-яңы һутлы әҫәрҙәр менән ҡыуандырыуын теләп ҡалабыҙ!

2+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности