Фәһемле һәм йәнле осрашыу

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаған уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнеш тота. 1991 йылғы сығарылыш уҡыусылары – «Уралдент» стоматология клиникаһы табибы Урал Сираев һәм «Гелиосити» косметология клиникаһы табибы Айгөл Ибатуллина гимназиябыҙҙың биология һәм химия йүнәлешендә белем алған 10-сы класс уҡыусылары менән осрашты. Улар интернатта уҡыған йылдарын ҙур ихтирам менән иҫкә алды, оло тормош юлына баҫыуҙа уның әһәмиәтен билдәләне, балаларға үҙ өҫтөңдә бөгөндән башлап эшләргә, ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә әйҙәне. Үҙ өҫтөңдә күп итеп эшләгәндә, камиллыҡҡа ынтылғанда ғына юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинселеге арта.

Ҡунаҡтар медицина университеты тураһында байтаҡ файҙалы мәғлүмәт еткерҙе, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төплө, аңлайышлы итеп яуап бирҙе. Осрашыу бик йәнле үтте. Уҡыусылар уларға студент ваҡытында булған ҡыҙыҡлы мәлдәр, уҡыуҙан тыш саралар тураһында үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе. Ҡунаҡтар ихлас яуап бирҙе, фәһемле кәңәштәре менән  уртаҡлашты. Уҡыу алдынғыларына, бүлмәләрен таҙа тотҡан балаларға бүләктәр тапшырылды.

Д. С. Ғәбитова, 10 г класы тәрбиәсеһе.

 

 

2+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности