«Ынйылар» хор ансамбле

Йыр кешегә ҡанат ҡуя, йәшәүгә йәм өҫтәй, күңелгә бөтмәҫ илһам бирә, бер аҙ һағышландыра ла, сәләмәтлеккә лә ыңғай тәьҫир итә. Бер йөрәктә тыуған йыр мең йөрәкте ҡуҙғатып, йәндәрҙе таҙартыу, йөрәктәрҙе сафлау көсөнә эйә. Нисек кенә булмаһын, тормошта йырлап йәшәү күпкә еңелерәк. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында барлыҡҡа килгән “Ынйылар ” хор ансамбле ағзалары быға инанды ла инде. Ансамблдең әҙәби-музыкаль етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаhы Сәйҙә Ильясова үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә коллективты ҙур сәхнәгә әҙерләп тә сығарҙы. “Ынйылар” хор ансамбле Октябрь районы профсоюздар ойошмаһы тарафынан үткәрелгән “Хор алышы” конкурсында ҡатнашып финалға үтте hәм III дәрәжә лауреат исеменэ лайыҡ булды. Киләсәктә ансамблдең сығышы белем усағында булһынмы, ҡала сәхнәһендәме, мәртәбәле сараларҙа, үҙенсәлекле йыр репертуары менән концерттарҙың бәҫен күтәрер, еңеүҙәре алда булыр тип өмөт итәбеҙ.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности