Уҡ осошондай ғүмер балҡышы

23 март көнө бөйөк башҡорт шағирының исемен йөрөткән 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында  Рәми Ғариповҡа арналған Хәтер һәм хөрмәт кисәһе үтте. Уҡыу йорто милли шиғриәтебеҙҙең даны һәм иманы булған шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулыу байрамын шулай ҙурлап үткәрҙе.

Сара Рәми Ғариповтың шиғырҙарына, көндәлектәренә нигеҙләнде. Шуға ла бик эстәлекле һәм фәһемле булды. Тамаша сағыу концерт номерҙары менән биҙәлде. Гимназияның йөҙөк ҡашы “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле, “Ынйылар” йыр ансамбле, “Аманат” этнофольклор төркөмөнөң сығыштары Рәми Ғариповтың яҡты рухына бағышланды. 10е класы уҡыусыһы Илназ Исхаҡовтың Рәми образын бөтә күңеле менән бирелеп уйнауы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.

Йола буйынса, йыл һайын иң әүҙем, иң алдынғы уҡыусыларға, уҡытыусыларға Рәми Ғарипов исемендәге премия бирелә. Быйыл ул бәхеткә  6 кеше эйә булды: Һөнәри ауырыуҙар институты директоры, медицина фәндәре докторы, профессор, академик Әхәт Барый улы Бәкеров, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев, гимназия-интернаттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Ҡайбышева (бөтәһе лә мәктәп-интернаттың сығарылыш уҡыусылары); 11-се класс уҡыусылары Арыҫлан Ныяҙғолов, Илүзә Янбаева, Гөлсинә Йомағужина.

Хәтер байрамының әһәмиәте бик ҙур булды. Әйтерһең дә, залда ултырған барлыҡ тамашасы яратҡан шағирының йөрәк тибешен тойҙо. Һәр кем уның ябай булмаған, әммә сағыу яҙмышына, ижадына һоҡланды. Рәми рухы һәммәбеҙгә лә ҡанат ҡуйҙы. Танылған шағир белем алған мәктәптә уҡыуыбыҙ менән беҙ бик бәхетле. Кисә аҙағында яңғыраған бөйөк “Туған тел” шиғырына яҙылған йырҙы күмәкләп башҡарғанда оло ғорурлыҡ хистәрен кисерҙек.

 

Сара Истәкова, 9б класы уҡыусыһы

 

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности