Рәми Ғарипов исмендәге 1-се Башҡорт гимназия- интернатында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған төрлө саралар үтте: йыр һәм сафта йөрөү смотры, Калашников автоматын йыйыу-һүтеү, «Зарница» уйыны, «Гимназия батыры» конкурсы. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.
Сара барышында уҡыусылар берҙәмлек, татыулыҡ, тәртип, бер төптән эш итеү кеүек төшөнсәләрҙең асылына төшөндөләр. Смотр-конкурс балаларға хәрби-патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән бик фәһемле һәм отошло булды.13:22
Facebook
Twitter
Мой мир
Вконтакте
Одноклассники
Google+
Pinterest
0