Шайморатовсылар рәте артты

Ватанды һаҡлаусы көнө алдынан республикабыҙҙа мөһим сара үтте. Был көндө матур йолаға әүерелгән шайморатовсылар рәтенә бағышлау танатанаһы ойошторолдо. Тантанала гимназия-интернатыбыҙҙың уҡыусылары ла ҡатнашты.

Республика Башлығы Радий Фәритов йәш шайморатовсыларҙы йылы тәбрикләне һәм сығышында түбәндәгеләрҙе билдәләне: “Шайморатовсы” исемен йөрөтөү яулап алынырға тейешле. Ул лайыҡлы булырға тейеш. Кем теләй, уларҙың һәр береһенә өмөт бирәсәкбеҙ.  Хәҙер бик күп мәктәптәр “шайморатовсы кластарын” асыу теләген белдерә. Ошо балаларға ҡарап, иң мөһиме – уларға шундай класта белем алыу оҡшайикәнлеге күренә. Был йүнәлеш аша беҙ уларҙы тәрбиәләбеҙ. Был балаларҙы һайлаған юлдарынан бер нимә лә туҡтатмаясаҡ. Улар нимә ул Ватан, ниндәй ул ысын кешелек сифаттары икәнен белә. Улар лайыҡлы кешеләр булып үҫәсәк”.

Йәш шайморатовсылар “Салауат вариҫтары сигенә белмәй” саҡырыуына һәр саҡ тоғро булырға, быны эштәре менән раҫларға, һынауҙарҙан һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса, һәр ваҡыт алға барырға, шайморатовсы исемен намыҫлы йөрөтөргә ант бирҙе.

Тантанала шайморатовсы кластары командирҙарына 112-се Башкавдивизия байрағының өлөгөһө тапшырылды.

Был көндө һәр уҡыусы ғүмерлеккә хәтерендә һаҡлаясаҡ. Улар  тантаналы рәүештә шайморатовсылар рәтенә ҡушылыуын, сафтарҙа ғорур атлап үтеүен , “Шайморатов генерал” йырын яңғыратып йырлауын һәр саҡ йөрәктәрендә йөрөтәсәк һәм яҡшы билдәләренә уҡыуы, намыҫлы эшмәкәрлеге, тиҫтерҙәренә һәр ваҡыт өлгө булып тороуы менән биргән анттарын тормошҡа ашырасаҡ.

 

Алдынғы шайморатовсылар бүләкләнде

Йәш шайморатовсылар сафына бағышлау көндө Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров гимназия-интернатыбыҙҙың өс уҡыусыһына награда тапшырҙы. Улар – Ғәлинур Дәүләтбаев, Рәсүл Ғазаҡов, Арыҫлан Ҡорамшин. Был уҡыусылар шайморатовсы класында бер йыл уҡыу дәүерендә яҡшы уҡыуҙары, спортта призлы урындар алыуҙары, төрлө олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, ижади конкурстарҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшеүе менән бындай бүләккә лайыҡ булды. Радий Фәрит улы Хәбиров Ғ.Дәүләтбаевҡа – йәш шайморатовсыларҙың I дәрәжә, Р.Ғазаҡовҡа – II дәрәжә, А.Ҡорамшинға III дәрәжә значогы тапшырҙы. Ошо тантаналы көндө республика Башлығы ҡулынан шөһрәтле награда алыу йәш шайморатовсыларға өлгө булып, уларға бар яҡлап та алға барыуға һәм юғары үрҙәрҙе яулауға этәргес көс бирҙе.

 

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности