Гимназия үҙ президентын һайланы!

Гимназияның яңы президентының инаугурацияһы үтте.
Декабрь айында гимназиябыҙҙа һайлап алыу кампанияһы үтте. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса гимназиябыҙ президенты итеп Хәлилова Динара һайланды. Илдә барған сәбәптәр арҡаһында инаугурация сараһы онлайн форматҡа күсерелде.
28 ғинуар көнө инаугурция тантанаһы уҙҙы. 2021 йылдың президенты Ниғмәтуллин Динислам гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан,сараларҙы ойоштороп, гимназияны тәртиптә тотҡан командаһына ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Аҙаҡ һүҙ яңы президентыбыҙ Хәлилова Динараға бирелгәс, ул үҙенең ярҙамсылары, министрҙары менән таныштырҙы, гимназияның артабан үҫешенә йоғонто яһарға, уны яҡшыртырға ант бирҙе. Ярҙамсыларға килгәндә, улар гимназияла бик күп. Үҙәк һайлау комиссияһы үҙе ни тора. Һайлауҙар ойошторғанда уларҙың әһәмиәте шаҡтай ҙур булды, ҮҺК булдырған ғәҙеллек гимназистарға ысынлап яҡшы президентты һайларға ярҙам итте.
Гимназия президенты вазифаһына барыһы 4 кандидат дәғүә итте: 10а класынан Ғатауллин Данил, 10в класынан Хәлилова Динара, 10е класс класынан Ғәзизов Тимур һәм 10б класынан Солтанморатов Алсын.
Араларынан һайланып алынған Динара Динар ҡыҙына ышанып, ауыр һәм яуаплы вазифаһында уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности