Бөгөн Р.Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ -ның 8Г класы уҡыусылары етәкселәре Тимербулатова Римма Мирсәйет ҡыҙы һәм тәрбиәселәре Ғәббәсов Рим Муллағәле улы менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы менән танышты.
Йәш шайморатовсыларға Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге данлы кавалерия дивизияһының хәрби юлы күрһәтелгән “Еңеүгә юл ” видеолекторийы тәҡдим ителде. Унан һуң уҡыусылар ҙур диорамалар, бай фото һәм документаль материал, ҡоралдар, наградалар, хәрби форма, һуғыш заманына хас шәхси әйберҙәр, көнкүреш предметтарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.
Илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләгән был сара бик фәһемле булды, барыһына ла оҡшаны. Уҡыусыларға йәнле итеп һөйләп биргән музейҙың ғилми хеҙмәткәре Дәүләтгәрәева Алина Данил ҡыҙына оло рәхмәт белдерәбеҙ.