“Түңәрәк өҫтәлдә”

25 ноябрь көнө Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһында бөйөк шағир Рәми Ғарипов иҫтәлегенә арналған ҙур сара үтте.”Түңәрәк өҫтәлдә” Ҡәҙим Аралбаев,Гөлфиә Янбаева, Зөһрә Бураҡаева,Лариса Абдуллина, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев, шағирҙың балалары Азамат ағай һәм Гөлнара апай һәм гимназияның 10 -сы” Г “уҡыусылары ҡатнашты.Сараға килгән ҡунаҡтар Рәми Ғарипов тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, 2022 йылда уҙасаҡ 90 йәшлек юбилейы айҡанлы әҙерлек эштәре тураһында һөйләшелде.Шағирҙың балалары аталары тураһында архив материалдары менән таныштырҙы, шағирҙың тыуған ере – Салауат районында урынлашҡан йорт музейы тураһында һөйләнеләр.Укыусылар Рәми Ғариповтың”Туған тел”шиғырын яттан һөйләнеләр.Ошондай ҙур, әһәмиәтле сараға саҡырғандары өсөн милли китапхана коллективына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности