Фәһемле осрашыу

18 ноябрь көнө гимназияның тамаша залында 7-се һәм 8-се класс уҡыусылары өсөн Башҡортостан Республикаһы адвокаттар коллегияһының хоҡуҡ корпорацияһы бүлеге адвокаты Бәхтигәрәев Рәжәп Әбделғәзи улы менән осрашыу уҙҙы. Сарала «Үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ боҙоу», «Мин һәм закон» темалары буйынса йәнле һәм ҡыҙыҡлы әңгәмә алып барылды.
Рәжәп Әбделғәзи улы үҙенең тормош тәжрибәһенән миҫалдар килтереп, бөгөнгө көндә шаярып, йә булмаһа уйламайынса ғына эшләнгән ҡылыҡтарының енәйет юлына барып етәүе ихтималлығын балаларға ентекле аңлатты. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар. Осрашыуҙы тәрбиәселәребеҙ Бәхтигәрәева Фәннүрә Әбделғәзи ҡыҙы һәм Ғәбделмәнова Зарема Ислам ҡыҙы әҙерләне.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности