Уҡытыусы!

Уҡытыусы!
Ошо исемдән дә
Бөйөгөрәк ниндәй исем бар!
Күңелем тулы һиңә рәхмәтем бар,
Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар.

Уҡытыусыларыбыҙға,тәрбиәселәреҙгә бағышланған байрам концертыбыҙ ошондай йылы,йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәр менән башланып китте. Ысынлапта ,был байрам бер аҙ тулҡынландырғыста,шул уҡ ваҡытта шатлыҡлыла.Байрам көнөндә һәр бер уҡытыусы үҙенең беренсе уҡытыусыһын иҫкә алып ,уҡыусы булған саҡтарын уйлаһа, бер аҙ моңһоуҙыр ҙа,ә шулай ҙа уларҙың йөҙҙәрендә бөгөн байрам кәйефе һәм дә нурлы йылмайыу.Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙҙы ,тәрбиәселәребеҙҙе һөнәри байрамдары менән гимназиябыҙ директоры Сәлихов Илнур Рифат улы изге теләктәрен еткерҙеләр.
Был байрамда сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Алһыу Бәхтиевә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Юнир Ҡоланбаев, сығарылыш уҡыусыбыҙ Сабина Кучаева үҙҙәренең моңло йырҙарын бүләк итте. Гимназиябыҙҙың ижади коллективтары сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Байрамды Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, беҙҙең сығарылыш уҡыусыбыҙ Айҙар Шәмсетдинов менән Вилена Колеганова алып барҙы.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности