Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы һаналған. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.
Ошо уңайҙан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты Милли кейем көнөндә ҙур теләк менән ҡатнашты. Дәрестәр милли кейемдәрҙә илһам, күңел күтәренкелеге менән гөрләп үтте. Гимназия коллективының һәм уҡыусыларыбыҙҙың был сарала бергәләп ҡатнашыуы бик күңелле һәм фәһемле булды. Бөгөнгө саралар милләтебеҙҙең рухи байлығын тағы арттырыр, күңелдәребеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.