Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында белем байрамы үтте.

Килгән ҡунаҡтарыбыҙ уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе, уҡыусыларҙы һәм барлыҡ коллективты яңы уҡыу йылы менән ҡотлап иң изге теләктәрен еткерҙе!

🔸Ҡунаҡтарыбыҙ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Бадранов Азат Шамил улы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Ғәлиевә Әлфиә Зәкир ҡыҙы,Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Баулин Олег Александрович булды.

🔸Беҙҙең шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы уртаҡлашырға килгәнегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе һәм ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ.

🔸Белем байрамы ғына түгел, ә тормошобоҙҙағы яҡты өмөттәр, хыялдар тормошҡа аша торған көн. Барлыҡ уҡыусыларға белем баҫҡыстарын яулауҙа ныҡышмалылыҡ, ата-әсәләргә именлек һәм балаларының бәхетле киләсәгенә ышаныс, ә уҡытыусыларға илһамлы эш һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

🔸Яңы уҡыу йылы һеҙҙең өмөттәрегеҙҙе аҡлаһын һәм яңы белемдәр менән байытһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек юлдаш булһын! #АЛГА

#БРГИ1ИМЕНИРАМИГАРИПОВА

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности