Сығарылыш уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы

Был моң ҙур тормошҡа, оло донъяға атлаған көндәрҙең ғәжәп матур ҙа, тынғыһыҙ ҙа һәм ауыр ҙа булыуын иҫкәртеп тора кеүек. Майҙанға бөгөнгө байрамдың хужалары-гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусылары теҙелгән. Һәр кемдең күңелендә шатлыҡ һәм бер аҙ һағыш. Саҡырылған ҡунаҡтарҙы, ата-әсәләрҙе, гимназистарҙы һәм педагогик коллективты ҡотлап гимназиябыҙ сығарылыш уҡыусыһы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Азамат улы Тажетдинов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Ғәлиева Әлфиә Зәкир ҡыҙы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр. Шулай уҡ гимназия-интернат директоры Илнур Рифат улы Сәлихов үҙенең ҡотлау телмәрендә ата-әсәләргә, уҡыусыларға уңыштар, һаулыҡ теләне.
Сараны “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Гәлсәр» вокал ансамблдәренең матур сығыштары байрамды йәмләне.

Әлбиттә, ҡошсоҡтарҙы һуңғы юлға оҙатҡанда фатиха һүҙен тәрбиәсе һәм класс етәксеһе әйтә. Баймөхәмәтова Әмина Әнеүәр ҡыҙы, Шәрипова Миңзәлә Мәүлитҡол ҡыҙы тормош ауырлыҡтары алдында бирешмәҫкә саҡырҙы.. Артабан мәктәп вальсы яңғырай. Сығарылыш уҡыусылары парланышып баласаҡтың хушлашыу вальсын бейейҙәр.

Оҙат беҙҙе алыҫ юлға,
Һуңғы ҡыңғырау…

Хәсәнов Илмир, Мусина Гөлиә,Исхаҡов Айҙар, Әхмәтова Нурсилә, Ислмағолова Ләйсән, Кинйәбаева Аиша ҡыңғырау моңо менән һабаҡташтарын һуңғы дәрескә саҡырҙы.
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности