Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы линейка

9 май – Бөйөк Еңеү көнө, Хәтер көнө, изге көн. Оло Еңеүҙең яугирҙарын хәтерләп беҙҙең уҡыу йортонда тантаналы линейка үтте. Был тантанаға хөрмәтле ҡунаҡ булараҡ беҙҙең сығарылыш уҡыусыбыҙ, полковник Хызыров Азамат Мәсәғүт улы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты директоры Халиҡов Ринат Риф улы саҡырылды.

Ҡунаҡтар үҙ телмәрендә фашизмды еңгән Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәте, уның миллионлаған ҡорбандар аша яуланыуын, баш особоҙҙағы күктең, илдең тыныслығы ни тиклем дә мөһим икәнлеген билдәләне.

Тантаналы линейка майҙанға байраҡты индереүҙән башланды, был мөһим сараны Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусы тәрбиәнеүселәре башҡарҙы.

Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы оло байрам менән ҡотлап уҡыу йорто директоры Сәлихов Илнур Рифат улы сығыш яһаны.

Линейка барышында гимназистарыбыҙ башҡарыуында шиғырҙар, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының оло тынлы оркестры һәм “Гусарки” ансамблдәре йәм өҫтәне.

Линейка аҙағында уҡыусылар строй менән гимназия алдынан үттеләр.

Күктәребеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ тыныс торһон!

#БРГИ1ИМЕНИРАМИГАРИПОВА

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности