Бөгөн, 1 апрель, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия- интернаты ойошторған «Беренсе» олимпиадаһына йомғаҡ яһалды

Республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәренән йыйылған уҡыусылар өс көн дауамында барған олимпиадала математика, башҡорт теле һәм рус теленән үҙ көсөн һынаны. Бөгөн тамаша залында өс фән буйынса бүленгән номинациялар, кластар араһында еңеүселәр билдәләнде.

Уҡыусыларҙы Башҡортстан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Илшад улы Зиннуров, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернат директоры Сәлихов Илнур Рифат улы ҡотланы.

1 – се урын яулаған уҡыусыларға ноутбук

2 – се урынға – планшет

3 – сө урын еңеүселәре ҡул телефоны менән бүләкләнде

Номинацияла билдәләнгән уҡыусыларға фитнес- сәғәт тапшырылды

Гимназияға йылдан-йыл иң тырыш, уңған, бөтә яҡтан талантлы уҡыусылар килә, һәм әлбиттә, шундай уҡыусылар был юлы ла бик күп булды. Тамашасаны төрлө райондарҙан килгән һәләтле уҡыусылар сығыштары менән ҡыуандарыҙы.

«Беренсе» олмипиадаһында ҡатанашыусы уҡыусыларҙы тағы бер тапҡыр ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ,ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!

#БРГИ1ИМЕНИРАМИГАРИПОВА
#БЕРЕНСЕ

 

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности