Йөрәк hүҙе – йән ауазы, hәр бер hүҙҙә – Йөрәк эҙе…

Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында “Йөрәк hүҙе” шиғриәт бәйгеһе булып үтте. Бөтә Донъя шиғриәт көнө уңайынан үткәрелгән был сара барыhынала хуш килде.Һайлап алыу турында 50 уҡыусы ҡатнашhа, финалға 20 уҡыусы үтте. Ә инде финалға үткән уҡыусылар араһынан иң – иңдәрен hайлап алыу жюри ағзалары өсөн үтә лә ауыр булды.
Гимназия үҙенең сығарылыш уҡыусылары менән бәйләнеш өҙмәй,осрашыуҙар үткәреп, ҡунаҡҡа саҡырып ҡына тора. Был юлы ла гимназистар ярҙамға, жюри ағзалары булып килделәр.”Йөрәк hүҙе” проекты авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәйлә Сәфәрғолова, “Йөрәк hүҙе” проекты редакторы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаhы З. Дибаева,”Йөрәк hүҙе” – 2019 йылғы ҡатнашыусы, “Яңылыҡтар” тапшырыуын алып барыусы, диктор Гөлнур Вәлиева тамашаға йәм, биҙәк өҫтәп, бәйгеселәргә ҡанат ҡуйҙылар. Гимназиябыззың әүҙем хеҙмәткәрҙәре, төрлө йылдарҙа “Йөрәк hүҙе” бәйгеһендә ҡатнашыусы Рима Нәбиева, Фәнил Бүләков, Айназ Низаметдинов сығыштарын тамашасылар бик йылы ҡабул итте.
3-сө урында Мөхәмәтша Исаев булhа, 2 – се урынға Ризванова Ильнара сыҡты, 1 – се урынды Тимур Байбурин алды. Гран – прины hис hүҙhеҙ, автор, шиғыр башҡарыусы Шәйәхмәтова Ғәлиә яуланы. Бәйгенең дәртләндереү номинацияларына Исхаҡов Ильназ, Мөхәмәтйәнова Розалина, Валитова Динара лайыҡ булдылар. Еңеүселәргә уңыштар теләп, бүләктәрен таратты ҡунаҡтар. Рух күтәргән, сәм уятҡан “Йөрәк hүҙе ” проекты гимназия сиктәрендә дауам итер, үҙ ҡанаттарын нығытыр тигән өмөттәмен!-тип хушлашты Нәйлә Сәфәрғолова.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности