Рәми Ғарипов премияһын тапшырыу тантанаһы

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ…

Гимназияла йыл һайын Рәми Ғарипов премияһын тапшырыу тантанаһы үтә. Сарала уҡыусылар шағирҙың ижады – шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе, гимназиябыҙҙың ижади коллективтары сығышы яһаны һәм алты кешегә премия тапшырылды. Мәртәбәле премияға быйыл иң алдынғы уҡыусылар лайыҡ булды: 11-се класс уҡыусылары Ишемғужина Гөлназ , Вәлиева Айгүзәл, Зарипов Булат. Улар тиҫтерҙәре араһында яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе, гимназия тормошонда ҡайнап йәшәүе, республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем булыуҙары менән айырылып тора.

Шулай уҡ Рәми Ғарипов приемияһына башҡорт теле белгесе, педагог-методист, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре Усманова Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәсәй Федерацияһының Халыҡ мәғарифы отличнигы, Хеҙмәт ветераны миҙалы һәм БАССР-ҙың Халыҡ мәғарифы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Бәхтийәрова Фәриҙә Әхмәҙулла ҡыҙы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия – интернатының математика уҡытыусыһы, «Иң яҡшы уҡытыусы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Тотманова Сәкинә Хөрмәт ҡыҙы лайыҡ булды.

Лауреаттарға гимназия-интернат директоры Илнур Рифат улы Сәлихов иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, филология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты белгесе Рәхимова Элвира Фидәил ҡыҙы ҡотланы.

Лауреаттарҙы Айназ Низаметдинов етәкселегендә «Аманат» этнофольклор төркөмө Рәми Ғариповтың «Аманат» ҡобайыры, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле “Сыңрау торна” көйө менән тәбрикләне.

Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа лауреаттарҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.

#БРГИ1ИМЕНИРАМИГАРИПОВА

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности