Рәми Йәғәфәр улы Ғариповҡа – 89 йыл

Рәми Ғарипов исемен йөрөткән данлыҡлы гимназиябыҙ өсөн февраль айы  ҙур тантаналарға бай. Ялҡынлы, илһамлы, ҡайнар йөрәкле оло әҙиптең беҙҙең гимназия уҡыусыһы булыуы бөтәбеҙ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ ул. Яҡты донъяла әҙ генә йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙ ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем бер туҡтауһыҙ эҙләнгән, ярһып ижад иткән кешегә һоҡланмау мөмкин түгел.

12 февраль шағирҙың тыуған көнөндә һәр дәрес башын “Туған тел” шиғыры менән башлап ебәрҙек, Рәми Ғариповҡа бағышланған тантаналы линейка уҙҙы. Сарала хөрмәтле ҡунағыбыҙ- Рәми Йәғәфәр улының класташы, беҙҙең иң оло сығарылыш уҡыуысыларының береһе, Рәми Ғарипов премияһы  лауреаты Ләлә Биишева ҡатнашты. Ул уҡыусыларға иң изге теләктәрен еткерҙе, тырышып уҡырға, әүҙем булырға өндәне.

Быйыл шәхесебеҙгә 89 йәш тулыр ине. Уның яҡты иҫтәлегенә тап төшөрмәү, уның кеүек белемгә ынтылыу, гимназиябыҙҙың данын арттырыу беҙҙең изге бурысыбыҙ булып тора. Матур сараны ойоштороусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ҡылысова Гөлсәсәк Салауат ҡыҙына рәхмәт!

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности