Сығарылыш уҡыусылары менән осрашыу

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы  гимназия уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаған  уҡыусылары менән  тығыҙ бәйләнеш тота. Ошо көндәрҙә сығарылыш уҡыусыларыбыҙ- Мәскәү ҡалаһында  Юғары экономика мәктәбендә  уҡып йөрөүсе Рыҫмөхәмәтов Ғәзинур, Өфө дәүләт нефть университеты студенты Колеганова Вилена, Орел ҡалаһынан ФСО курсанты Мәҡсүтов Айгиз менән гимназияның 10 синыфы уҡыусылары менән осрашыу үтте. Әйткәндәй, Ғәзинур 2019-2020 уҡыу йылында гимназия президенты, төрлө олимпиадаларҙа беренселекте бирмәгән Рәми Ғарипов стипендианты булһа, Вилена мәктәптең сәхнә йондоҙо булды, һәр сараның алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты булды. Ә Айгиз спортта һынатманы, көрәш буйынса төрлө ярыштарҙа беренселекте бирмәне. Осрашыу ваҡытында улар гимназияла уҡыған йылдар тормош юлына баҫыуҙа ҙур роль уйнағанын, балаларға үҙ өҫтөндә бөгөндән башлап эшләргә, ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә әйҙәне. Үҙеңдең өҫтөңдә күп итеп эшләгәндә генә юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинселеге булғанын гимназистарға еткерҙеләр. Йәштәр үҙҙәренең уҡыу йорттары тураһында һөйләнеләр, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төплө, аңлайышлы итеп яуап бирҙеләр. Кисә аҙағында студенттар һәм уҡыусылар төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы һорауҙар, әйтем-йомаҡтар аша белемдәрен күрһәттеләр.

Осрашыу бик йылы һәм күңелле шарттарҙа барҙы. Уҡыусылар уларға ятаҡ тормошо, стипендия , уҡыуҙан тыш саралар тураһында үҙҙәренең борсоған һорауҙарын бирҙеләр. Студенттар ихлас яуап бирҙе, фәһемле кәңәштәре менән дә уртаҡлаштылар .

Йәшлекте шағирҙар тумаланған бөрө менән сағыштыра. Был ,ысынлап та, шулайҙыр. Әле асылмаған бөрө эсендә ниндәй урман шаулаясағы киләсәк эше булһа, бөгөнгө студенттарыбыҙ – илебеҙ йәме, киләсәгебеҙ тотҡаһы

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности