Сығарылыш уҡыусылары менән осрашыу

29 ғинуар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт Республика гимназия-интернатында сығарылыш уҡыусылары менән осрашыу үтте.  Был сараның ҡунаҡтары булып беҙҙең төрлө йылғы сығарылыш уҡыусыларыбыҙ Йыһаншин Илһам Зәйнулла улы һәм Әминев Заһир Рәмил улы булды. Улар үҙ һөнәрҙәренең оҫталары, спортсмендар. Осрашыуҙы гимназия-интернатының директоры Илнур Рифат улы Сәлихов асты.

Йыһаншин Илһам Зәйнулла улы – 1996 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, «Техпроект» инженер үҙәген асып ебәреүсе һәм директоры.

Әминев Заһир Рәмил улы – 2008 йылғы сығарылыш уҡыусыһы “Башнефтегеофизика” компанияһының  геофизика отрядының етәксеһе.

Ҡунаҡтарыбыҙ уҡыусылырыбыҙға тормошта спорт ҙур йоғонто яһауын, улар нисек марафонға килгәнен һөйләнеләр.

Илһам Зәйнулла улы триатлон  тураһында тулыһынса һөйләп үтте. Әйткәндәй, Илһам Зәйнулла улы  триатлондың иң оҙон  дистанцияһын  үтеп  «IRONMAN»  исемен яулаған.

Заһир Рәмил улы гимназия тормошо, айырыуса тәртип талаптары, уның алдағы тормошона ҙур йоғонто яһау тураһында әйтеп үтте.

Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар. Иң ҡыҙыҡлы һорау биреүсе уҡыусыларға ҡунаҡтарыбыҙ бүләктәр тапшырҙы.

Сығарылыш уҡыусыларыбыҙ гимназияла тырышып уҡырға, ауырлыҡтарға бирешмәй үҙеңдең теләгеңә ирешергә өндәне. Гимназиялағы дуҫлыҡтың ни тиклем ҡәҙерле булыуын аңлаттылар, үҙҙәре һайлаған профессияның серҙәренә төшөндөрҙөләр.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности