Гимназия үҙ президентын һайланы!

Ғинуар айында гимназиябыҙҙа һайлап алыу кампанияһы үтте. Гимназия президенты исеменә 10А класы уҡыусыһы Мостафин Ильяс һәм 10Д класы уҡыусыһы Ниғмәтуллин Динислам дәғүә итте. Илдә барған сәбәптәр арҡаһында һайлауҙар онлайн форматҡа күсерелде.
Нисек уҙҙы һуң был һайлауҙар?
Һәр уҡыусы үҙенә логин менән пароль алды һәм махсус һайлау өсөн төҙөлгән сайтҡа QR- код йәки һылтанма аша үтеп, үҙ тауышын бирҙе.
Сайтта кандидаттар тураһында тулыһынса мәғлүмәт, уларҙың программалары, командалары менән яҙырылған видеола ҡарап була ине. Заманса технологиялар менән булдырылған сайт гимназистарыбыҙға бигерәк оҡшаны.
Һайлау һөҙөмтәләре буйынса гимназиябыҙ президенты итеп Ниғмәтуллин Динислам һайланды. 2019-2020 йылдың президенты Зарипов Азамат гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, сараларҙы ойоштороп, гимназияны тәртиптә тотҡан командаһына ҙур рәхмәтен белдерҙе.
Яңы президентыбыҙ Ниғмәтуллин Динислам үҙенең ярҙамсылары, министрҙары менән таныштырҙы, гимназияның артабан үҫешенә йоғонто яһарға, уны яҡшыртырға ант бирҙе. Ярҙамсыларға килгәндә, улар гимназияла бик күп. Үҙәк һайлау комиссияһы үҙе ни тора. Һайлауҙар ойошторғанда уларҙың әһәмиәте шаҡтай ҙур булды, ҮҺК булдырған ғәҙеллек гимназистарға ысынлап яҡшы президентты һайларға ярҙам итте.
Президент һайлауҙары алдынан гимназияла шулай уҡ агитациялар, администрация менән осрашыу үтте. Президентыбыҙ Ниғмәтуллин Динисламға ышанып, ауыр һәм яуаплы вазифаһында уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности