Беҙ грантҡа лайыҡ булдыҡ!

2021 йылдың 11 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды Башҡортостан Республикаһында туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә арналған проекттарға гранттар биреү конкурсында ҡатнашҡан ойошмалар араһында еңеүселәрҙе билдәләне.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия- интернаты был конкурсҡа ” Башҡорт теле – башҡорт иле” йәкшәмбе мәҙәни- тарихи мәктәбе” проектын тәҡдим итте. Был проект Рәсәйҙә башҡорт милләте күпләп йәшәгән төбәктәрҙең йәкшәмбе мәктәптәренә методик ярҙам күрһәтеү маҡсатында эшләнде. Проект региондарҙа мәктәпкә тиклем һәм мәктәп йәшендәге башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәтеүҙе, ошо йүнәлештә эшләргә теләгән педагогтарға методик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.
Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа һәм фонд етәксеһе Люциә Ҡаһым ҡыҙы Юлыеваға туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа оло ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

2+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности