Яҡташыбыҙҙың батырлығы үлемһеҙ

Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатында Бөтә Рәсәй патриотик тәрбиә аҙналығы уҙҙы.  Ошо арауыҡта уҙғарылған сараларҙың маҡсаты булып илһөйәрлек һәм гражданлыҡ хисе, Ватанды һаҡлаусылар һәм Ватан геройҙары батырлыҡтары иҫтәлегенә ҡарата хөрмәт, күп милләтле халыҡтың мәҙәни ҡомартҡыларына һәм традицияларына һаҡсыл ҡараш формалаштырыу торҙо.

Йәмғиәтебеҙ өсөн мөһим һаналған ошо аҙналыҡ сиктәрендә 7-се класс уҡыусылары менән “Батырлыҡ дәресе” ойошторолдо. Дәрестең темаһы итеп “Курск” һыу аҫты атом кәмәһе” алынды. Тема итеп ни өсөн был кәмә һайланған? Ул Рәсәй тарихында ниндәй урын тота? Тәрбиәләнеүселәргә ошо һорауҙарға дәресте ойошторусылар тулы яуап бирҙе.

Тарихи документҡа күҙ һалайыҡ. 2000 йылдың 12 авгусында илебеҙ тарихында иң фажиғәле ваҡиғаларҙың береһе була. Төньяҡ флоттың  Баренц диңгеҙендәге күнекмәләр барышында  11 сәғәт 28 минут 26 секундта  “Курск” һыу аҫты атом кәмәһенең беренсе отсегында торпеда шартлай. Субмарина 118 тәрәнлектә бата. Экипаждың 118 ағзаһы ла һәләк була. Кемдеңдер ғәзиз улы , яратҡан атаһы, ағаһы һәм кемдеңдер киләсәге, ышанысы, тормош иптәше.          ”Курск” экипажы башҡа юҡ. Әммә һәр бер әсә, һәр бер ата, ҡатын, бала уларҙы ҡотҡарыу өсөн һыу төбөнә төшөргә әҙер ине. Экипажда үҙ эшен, Тыуған илен яратҡан, илебеҙҙең ысын илһөйәрҙәре йыйылған ине. Унда Дағыстан, Хакасия һәм төрлө милләт – рус, сыуаш, татар, башҡорт милләт егеттәре йыйылған. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙы ла урап үтмәне был фәжиғә. Улар араһында беҙҙең дүрт егетебеҙ була. Кемдәр  улар? Хафизов Наиль – Әлшәй районынан, Гесслер Роберт –Благовар районынан, Янсапов Салауат – Ишембай районынан, Зубайдуллин Ришат – Силәбе өлкәһенән, башҡорт егете, Ишморатов Фәнис – Баймаҡ районынан.

Рәсәй Президенты указына ярашлы, бортта булған барлыҡ диңгеҙселәр, үлгәндән һуң, “Батырлыҡ” ордены менән бүләкләнде, ә карап командирына Рәсәй Геройы исеме бирелде. Ошо һыу аҫты атом кәмәһендә Башҡортостандан дүрт хәрбиҙең ғүмере өҙөлә. Улар араһында булған гимназия-интернаты тәрбиәсеһе Фәимә Ғибәт ҡыҙы Ишморатованың тормош иптәше Фәнис Ишморатов та мәңгелеккә фани донъяға күсә. Диңгеҙселәрҙе уҡыусылар бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Фәнис Ишморатов Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында тыуған. Баймаҡ мәктәп-интернатында белем ала. Рәсәйҙең һәр бер гражданы һымаҡ, үҙенең Ватан алдындағы мөҡҡәдәс бурысын үтәү өсөн әрме сафтарына алына. Хәрби хеҙмәтте “Курск” һыу аҫты атом кәмәһендә үтә һәм контракт буйынса шунда артабан хеҙмәткә ҡала. Мәктәп йылдарынан яратып йөрөгән ҡыҙы Фәимәгә өйләнеп, Видяево ҡасабаһына алып килә. Ике йәш йөрәктең һөйөү емеше булып улдары Данис тыуа. Шул осорҙағы ауыр йәшәү шарттарына, ҡыйын финанс хәленә ҡарамаҫтан, улар бер ҙә төшөнкөлөккә бирелмәй. Матур итеп, татыу йәшәйҙәр. Әммә 12 август көнө Фәнистең ғаиләһенең генә түгел, “Курск”тағы фажиғәлә һәләк булғандарҙың бөтәһенең дә ғаиләләренең, туғандарының, яҡындарының тормошон баштан аяҡ үҙгәртә. Шул ваҡытта кескәй Данисҡа ни бары өс йәш кенә була. Фәимәне туғандары Видяевоға килеп, тыуған яҡтарына алып ҡайта. Фәимә Ғибәт ҡыҙы улына яҡшы тәрбиә һәм белем биреп, атаһының иҫтәлегенә тап төшөрмәҫлек ул итеп үҫтерә. Әсәһе улының донъяны аңлай башлағас ҡына атаһының яҙмышын бәйән итә. Шул ваҡыттан алып Данис ҙур ҡыҙыҡһыныу менән интернет селтәренән “Курс” һыу аҫты атом кәмәһе тураһында мәғлүмәттәр эҙләй башлай.

Әйткәндәй, Данис быйыл өйләнеп, ғаилә ҡороп ебәргән. Уҡыусылар менән осрашыуға ул  ҡатыны Альбина менән килгәйне. Балалар алдына Данис атаһының батырлығы тураһында ғорурланып һөйләне. Бер үк ваҡытта Данис атайһыҙ үҫеүе ауыр булыуын да әйтеп үтте. Әммә һәр ваҡыт эргәһендә булған һөйөклө әсәһе уға оло терәк, кәңәшсе, ярҙамсы була. Фәимә Ғибәт ҡыҙы улы Данисты Тыуған илебеҙҙең лайыҡлы гражданы итеп үҫтерә, атаһының исеменә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп тәрбиәләй.

Класс сәғәте аҙағында 7-се класс уҡыусылары тамаша залынан таралышырға ашыҡманы. Һәр бер бала Фәимә Ғибат ҡыҙына һәм улы Данисҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, һәм улар Ишморатовтарҙың ғаиләһе ойошторған күргәҙмәне ҡараны. Ә күргәҙмәгә Фәнистең хәрби парад костюмы, хәрби билеты, кортигы, хаттары, уның шәхси әйберҙәре ҡуйылған ине, иренең иҫтәлегенә зауыҡ менән эшләнгән төҫлө буклетта ғаилә архивынан алынған фотоһүрәттәр урын алған.

Фәнис Ишморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында уның исеме Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы һәм Баймаҡ ҡалаһы урамына бирелгән, Баймаҡ мәктәп-интернаты музейында уға арналған стенд һәм экспонаттар урын алған, Мерәҫ ауылына ингәндә обелиск асылған.

Уҡыусылар 20 йыл элек булған фажиғәлә һәләк булған батырҙарыбыҙҙы иҫкә алды.Улар беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн үҙ йәндәрен биргән. Уларҙан өлгө алып илебеҙҙең ысын илһөйәрҙәре, Тыуған илебеҙгә тоғро ул һәм ҡыҙҙҙар булып үҫегеҙ!

Рим Ғәббәсов, Р.Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатының шайморатовсы класы тәрбиәсеһе.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности