Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды

14 декабрь, Башҡорт теле көнөндә, республика Башлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән иғлан иткән Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды.Еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында үтте.Мәртәбәле сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев сығыш яһап телебеҙҙе, тамырҙарыбыҙҙы,тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа саҡырҙы.Тантанала ҡатнашыусыларҙы Республика Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Азат Бадранов,Ленара Иванова, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин,мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡа почётлы ҡунаҡтар ҡотланы.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы республиканың иң яҡшы 10 мәктәбен тәбрикләне.Шуныһы ҡыуаныслы, милли мәғариф өлкәһендә ҡаҙанған уңыштар, башҡорт телен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә күрһәткән юғары эш һөҙөмтәһе өсөн беҙҙең гимназия Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.Башҡорт теле айҡанлы Һеҙҙе ихлас тәбрик итәбеҙ һәм киләсәктә лә мәғарифты өлгөлө проекттар, алдынғы эш тәжрибәһе менән ҡыуандырырһығыҙ, йәш быуынға лайыҡлы белем һәм тәрбиә биреүҙә тос өлөш индерерһегеҙ,тип ышанабыҙ,тип әйтелә Рәхмәт хатында.
Оло еңеү менән гимназия коллективын ҡотлайбыҙ.Яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности