Ҡәләм һәм штык менән

Быйылғы уҡыу йылы шайморатовсылар класы уҡыусылары хәтерендә ғүмерлеккә ҡалыр. Октябрь айында Башҡортостан Республикаһы Милли музейына сәфәр ҡылһалар, бөгөн улар Республика Хәрби Дан музейына экскурсияға барҙы. Рәсәй Геройы, генерал-майор Шайморатов исеменә ант биргән үҫмерҙәр Ватаныбыҙҙың тарихын төплө өйрәнергә, илен яратҡан, ысын илһөйәр булып үҫергә бурыслы. Ошо юҫыҡта уҡыусылар менән күп эштәр башҡарыла.

14 декабрҙә Республика Хәрби Дан музейында “Ҡәләм һәм штык менән” тип исемләнгән сара уҙғарылды. Уны музейҙың ғилми хеҙмәткәре Әнисә Исхаҡ ҡыҙы Миниәхмәтова ойошторҙо.

Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан бер йыл ғына алда Башҡортостан яҙыусылар ойошмаһының рәйесе, прозаик һәм драматург Низам Ҡәрип:  “Кәрәк булһа, пероны штыкка алыштырырға ла әҙербеҙ”, – тип яҙғайны. Икенсе бер әҙип – шағир Бәҙрүш Моҡамай шул  уҡ йылдарҙа: “Бөгөн илгә йөрәгемде бирҙем, кәрәк булһа, ғүмеремде бирермен”,- тип йырланы.

Һәм бына ошо ант һүҙҙәрен бойомға ашырырға көн килде. Бөйөк Ватан һуғышы, бер яҡтан, илебеҙҙең көс-ҡеүәтенә, халыҡтар берҙәмлегенә һынау булһа, икенсе яҡтан әҙәбиәтебеҙҙең һуғышсанлығына, яҙыусыларыбыҙҙың  Ватанға тоғролоғона ла көслө һынау була. Бөтә совет халҡы менән бер үк сәғәттә әҙәбиәтебеҙ ҙә көрәшкә күтәрелде. Һуғыштың тәүге көнөнән үк әҙип һүҙе, шағир йыры илде яуыз дошмандан һаҡларға өндәгән көслө оран булып яңғырай.

Яҙыусыларҙың күбеһе һуғыштың тәүге көндәренән үк үҙҙәре теләп яуға китте. Был ҡәһәрле һуғышта республикабыҙҙың илленән ашыу әҙибе ҡатнаша. Ләкин уларҙың күпселеге Ватаныбыҙҙың азатлығы өсөн яу ҡырында батырҙарса һәләк булды. Сәғит Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәров, Али Карнай, Мәлих Харис, Низам Ҡәрип, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Баязит Дим, Бәҙрүш Моҡамай, Мазһар Абдуллин, Төхвәт Морат, Сыңғыҙ Ханов, Ғайса Йосопов, шулай уҡ тиҫтәләгән талантлы йәштәр үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡорбан итте. Уларҙың ярты юлда бүленеп ҡалған йырҙары ла, килер быуындарға өлгө булырҙай героик ғүмерҙәре лә һаман яҡтыртып, алға әйҙәп тора.

Әнисә Миниәхмәтова уҡыусыларҙы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмаған әҙиптәр – Бәҙрүш Моҡамай, Мәлих Харис, һәм Али Карнайҙың тормошо һәм ижады менән таныштырҙы. Ҡәләмдәре менән бер рәттән ҡулдарына ҡорал тотоп, дошманға ҡаршы яуға киткән был яҙыусылар үҙҙәренең шиғырҙары менән яуҙаштарына еңеүгә ышаныс, көрәшкә дәрт өҫтәне. Ялҡынлы шиғри юлдар Ватанды һаҡлаусыларҙы батырлыҡҡа, дошманды ҡыйратырға, Тыуған илебеҙҙе немец илбаҫарҙарынан азат итергә өндәүсе лозунгтарға әйләнде.

Бөйөк Ватан Һуғышының тәүге айҙарынан уҡ башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрендә фронт һыҙығында ҡаһармандарса алышҡан һалдыт батырлығын саҡылдырыуға бик ҙур әһәмиәт бирҙе.

Артабан Әнисә Исхаҡ ҡыҙы шайморатосыларҙы һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан яҙыусыларыбыҙҙың тормош юлдарына, әҫәрҙәренә байҡау яһаны. Улар – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, Ҡадир Даян, Баязит Бикбай. Әнисә Миниәхмәтова Мостай Кәримдең ижадының күп ҡырлы бай булыуы, уның Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби хеҙмәте лә, һуғыштан һуңғы тыныс тормоштағы ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге лә Ватаныбыҙҙың тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылған, тине. Ҡадир Даян  7Г класы малайҙарына таныш шағир, сөнки уларҙың иң яратҡан йыры “Шайморатов генерал”дың һүҙҙәрен яҙған. Әнисә Миниәхәмәтованың Ҡадир Даяндың ижады, тормош юлы, һуғыш ветераны булыуы тураһында һөйләүе ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Әңгәмә тамамланғас, уҡыусыларға музей буйынса  экскурсия ойошторолдо. Улар Хәрби Дан музейында урын алған һәр бер экспонатты иғтибар менән ҡараны, ҡайһы берҙәре шунда уҡ видеоға төшөрөп ата-әсәләренә ебәрҙе.

Һуғыш! Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы, ватылған-емерелгән яҙмыш, өҙөлгән ғүмер, яралы мөхәббәт, йәтимлек… Яугир шағирҙарҙың һәр бер әҫәре беҙгә васыят кеүек яңғыраһын. Илебеҙҙең, тимәк, һәр беребеҙҙең яҡты киләсәге өсөн яуҙа ҡатнашҡан, үҙ ғүмерен биргән бар яугирҙар алдында баш эйәйек, бөгөнгө матур тормошобоҙ өсөн мәңге рәхмәтле булайыҡ! Уларҙың батырлығы мәңгелек!

Беҙ, шайморатовсылар, бай йөкмәткеле батырлыҡ дәресе үткәргән музейҙың ғилми хеҙмәткәре Әнисә Минәхмәтоваға, был сараны ойоштороуға булышлыҡ иткән Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәевҡа, Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлиховҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Рим Ғәббәсов, Р.Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатының шайморатовсы класы тәрбиәсеһе.

 

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности