Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Ошо уңайҙан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында класс сәғәттәре үтте. Уҡыусыларыбыҙ Башҡорт теле көнөнә арналған флешмобҡа ҡушылды!
2+