“Ағиҙел”дең яңы проектын ҡаршы алығыҙ!

Башҡортостан хаҡлы рәүештә Рәсәйҙәге иң күп уҡыусы төбәктәрҙең береһе һанала: республикала сифатлы, йөкмәткеле баҫмалар нәшер ителә.Беҙҙең гимназиябыҙҙың китапханаһы республикабыҙҙа нәшер ителгән баҫмаларға бик бай.   Бер нисәһен атап китергә лә мөмкин, бына ул баҫмалар: ” Башҡортостан” –“ Йома”, “Йәшлек”,   “Киске Өфө”,  “Йәншишмә” гәзиттәре һәм  “Ватандаш”,  “Ағиҙел”,    “Башҡортостан ҡыҙы”,  “Тамаша”,  “Шоңҡар”, “Аҡбуҙат”,  “Аманат” журналдары.  Журналдарға килгәндә, “Ағиҙел” хаҡында ентекләберәк әйтеп китергә теләйем.  “Ағиҙел” –  башҡорт телендә нәшер ителгән айлыҡ әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журнал,  1923 йылдың мартынан башлап сыға. Журналда төрлө быуын башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының ижади емештәре менән бер рәттән илебеҙҙең күп төбәктәре, шулай уҡ ҡайһы бер сит илдәр әҙиптәренең тәржемә ителгән әҫәрҙәре баҫыла. Беҙҙең китапхана “Ағиҙел” журналын йыл һайын алдырып килә һәм һаҡлай.  Һәр һанында тиәрлек – ҡыҙыҡлы исемдәр, ҡыйыу көнүҙәк мәҡәләләр, күренекле сәнғәт, әҙәбиәт, фән эшмәкәрҙәре хаҡында мәғлүмәттәр баҫылып сыға. Мәҫәлән,  август һаны тотош бер әҫәргә бағышланған. Тарихи шәхес Мортаза Рәхимов хаҡында Ғәлим Хисамовтың “Президент Рәхимов” тип аталған документаль романы баҫылып сыҡты. Тик бер генә әҫәр, йәғни бер айырым китап төҫөн алған был һан. Баҫма менән әле лә талантлы, сағыу авторҙар хеҙмәттәшлек итә. Ноябрь һаны үҙенсәлекле булып донъя күрҙе – журнал үҙ тарихында тик хикәйәләрҙән генә тора! Унда башҡорт әҙәбиәтенен алтын фондына ингән, инде халыҡ яратып өлгөргән шәп өлгөләр ҙә, замандаш авторҙарыбыҙҙың әле генә табанан төшкән ижад емештәре лә, туғандаш милләттәрҙең яҙыусыларынан күстәнәстәр ҙә бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, күҙ алдына һалып ҡуйып, ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып уҡырлыҡ йыйынтыҡ – тормош тураһында уйландырырлык өҫтәл китабы тәҡдим итә беҙгә журнал.  “Ағиҙел” журналы күренекле яҙыусы Сабир Шәрипов исемендәге хикәйәләр конкурсы иғлан итте. Унда һәүәҫкәр ижадсылар ҙа, яҙыусылар ҙа ҡатнаша ала. Йәш буйынса сикләү юҡ. Ярышҡа киләһе йылдың аҙағында йомғаҡ яһала. Был конкурс күп йылдар Ағиҙел журналының проза бүлеген етәкләүсе Сабир Шәриповтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында үткәрелә.

Китапханасы:  Гөлфиә Муфазал ҡыҙы Фәхрисламова.

 

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности