Тантаналы линейка Республикабыҙ көнөнә арналды

Тантаналы линейка Республикабыҙ көнөнә арналды

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүгә 30 йыл тулыуға арналған тантаналы линейка үтте. Сарала беҙҙең сығарылыш уҡыусыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтненең Премьер-министры урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов ҡатнашты. Линейка уҡыу йортоноң “Гәлсәр” хор ансамбле башҡарыуында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Гимндарын яңғыратыуҙан башланды. Артабан ҡотлау һүҙе менән гимназиябыҙ директоры Илнур Рифат улы Сәлихов, сара ҡунағы Азат Шамил улы Бадранов сығыш яһаны. Тарих уҡытыусыһы Әминә Әнүәр ҡыҙы Баймөхәмәтова ҡыҫҡаса Декларацияның әһәмиәтен аңлатып үтте. Уҡыусылар Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай Кәримдең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Линейка гимназияның Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында башҡорт халыҡ көйө Урал менән тамаланды. Тантаналы линейка уҡыусыларҙың патриотизм тойғоһон, тыуған ил менән ғорурланыу тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаны.
Линейканан һуң, Азат Шамил улы беҙҙең уҡыусыларбыҙ менән әңгәмә ҡорҙо.
Ул үҙенең тормош юлы тураһында, ябай гимнзистан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтненең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһына тиклем үҫеп етеүе тураһында һөйләне. Ҡунағыбыҙ үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Гимназия тормошо, айырыуса тәртип талаптары, уның тормошонда ҙур роль уйнауы тураһында бәйән итте.
Әңгәмә барышында төрлө һорауҙар күтәрелде:икенсе төбәктәрҙә уҡыған беҙҙең сығарылыш уҡыусыларын кире тыуған яҡҡа эшләргә, инфраструктураны үҫтерергә йәлеп итеү, киләсәктәге эш кадрҙары тураһында. Был осрашыу уҡыусылар өсөн фәһемле, файҙалы һәм бик йөкмәткеле булды.


1+
Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности