Беҙ- шайморатовсы исемен аҡлаясаҡбыҙ!

 

Беҙ- шайморатовсы исемен аҡлаясаҡбыҙ!

 

Быйыл Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улының тырышлығы менән, күп йылдар дауамында хәл ителмәгән республика халҡының легендар комдивы, генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа Герой исемен биреү тураһындағы мөрәжәғәте, бойомға ашты. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы маҡтаулы исеме бирелде.

Ошо айҡанлы республикабыҙҙың өс уҡыу йортонда – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында, баш ҡалабыҙҙың 44-се һәм 162-се полилингваль киң профилле мәктәптәрендә – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге кластар төҙөлдө. Әйтергә кәрәк, был йүнәлештә кластар республика Башлығы Радий Хабиров башланғысы менән барлыҡҡа килде.

8 октябрҙә, Республика көнө байрамы алдынан, юғарыла һанап кителгән белем усаҡтарының 7-се класс уҡыусыларына “Шайморатовсы” исемен биреү тантанаһы уҙҙы. Тантананы йөмһүриәтебеҙ Башлығы Радий Хабиров асты. Радий Фәрит улы телмәрендә Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығының баһалап бөткөһөҙ булыуын билдәләп, һуғышта ҡатнашҡан барлыҡ хәрби подразделениелар араһында ошо дивизия илебеҙгә 78 Советтар Союзы Геройы, Дан орденының биш тулы кавалерын биреүен әйтте.

Беҙ милли геройыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең өсөн генерал Шайморатов Ватаныбыҙҙы һөйөүҙә һәм уны һаҡлауҙа ысын өлгө булып тора. Ҡәҙерле балалар, мәктәп уҡыусылары араһында һеҙ беренселәрҙән шайморатовсылар булаһығыҙ. Һәм ышанығыҙ, был бик почетлы һәм яуаплы. Һеҙҙең иңдәрегеҙгә данлыҡлы комдив иҫтәләгенә лайыҡлы, тыуған Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең ысын илһөйәрҙәре булыу яуаплылығы ята. Һеҙ хөрмәт һәм ғорурлыҡ менән шайморатовсы символикалы форманы кейеп йөрөүегеҙгә ныҡлы ышанам. Комдивтың “Салауат тоҡомо сигенә белмәй” тигән девизины тоғро ҡалығыҙ, быны көндәлек эштәрегеҙ менән иҫбатлағыҙ, һынауҙарҙан һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ һәм алдығыҙға ҡуйған маҡсатҡа ҡыйыу барығыҙ. Һеҙҙе мин ысын күңелдән тормошоғоҙҙағы иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлайым һәм киләсәктә юғары бейеклектәргә етеүегеҙҙе, беҙҙе уңыштарығыҙ менән шатландырыуығыҙҙы теләйем, – тине Радий Хабиров.

Йәш шайморатовсылар “Шайморатовсы” исемен лайыҡлы йөрөтөргә, Башҡортостанға һәм Рәсәйгә тоғро булырға, Тыуған ил өсөн һәләк булыусылар исеменә тап төшөрмәҫкә, тыуған еребеҙҙең тоғро улдары булырға, төплө белем алырға, илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итергә, һәр ваҡытта “Салауат тоҡомо сигенә белмәй!” шайморатовсы девизына тоғро булырға ант итте.

Был сараға уҡыусыларҙың ата-әсәләре лә килде. Балаларының шайморатовсы исеменә ант биреүен берсә ҡыуанып, берсә ғорурланып тыңланы улар.

Рыҫҡолов Линарҙың әсәһе Резида Фәрит ҡыҙы Әбйәлил районынан килгән. “Гимназия-интернат егеттәре үҙҙәрен ҡыйыу тотоп, “Шайморатовсы” исеменә антты ғорур һөйләне. Уҡыусыларҙың тауыштары көр, үҙҙәрен олпат егет булараҡ күрһәтте. Бында тәрбиә эшенең юғары кимәлдә ҡуйылғаны күренә”, – тип һөйләне Әбйәлил районы хакимиәтенең әйҙәүсе белгесе Резида Саниева.

Бөгөнгө тантанан алған тәьҫораттары менән БР-ның Стратегик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре Расих Батыр улы Зәйтүнов бүлеште. Уның улы Азамат шайморатовсы класында староста вазифаһын биләй.

Минең өсөн тантанала ҡатнашыу ҙур мәртәбә өҫтәй. Улым ҡыҫҡы ғына ваҡыт эсендә үҫеп киткән һымаҡ тойолдо. Гимназия уҡыусыларының антын тулҡынланып, ғорурланып тыңланым, хатта күҙҙәргә йәш тулды. Балаларыбыҙҙы әҙерләгән директорыбыҙ Илнур Рифат улы Сәлиховҡа, уҡытыусыбыҙ Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатоваға, тәрбиәсебеҙ Рим Муллағәли улы Ғәббәсовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Саранан киләсәккә ҙур пландар менән ҡайттым”, – тип яҙып ебәргән Рәсих Зәйтүнов.

Ләйсән Ихсан ҡыҙы Әмекәсова (йәш шайморатовсы Уйылдандың әсәһе) класс чатына ошондай һүҙҙәр яҙып ебәргән: “Хәйерле көн! Бөгөнгө ошо сарала ҡатнашыуыма бик шатмын. Беренсенән, балаларҙы шул тиклем һағынабыҙ, икенсенән, класс етксеһе, тәрбиәсе менән осрашып һөйләштек. Уларҙы улдарыбыҙҙы өйөрөп, үҙ бәпестәре кеүек хәстәрләп кенә йөрөтөүенә ҡыуанып бөтә алмайым. Тантанаға килгәндә, юғары кимәлдә уҙҙы. Егеттәргә һоҡланып, шатланып, ғорурланып ултырҙым. Балалар ҙа шул тиклем ғорур баҫып торҙо. Үҙ күҙебеҙ менән уларҙың ҡыйыу итеп сафта үтеүен күрҙек, залды яңғыратып ант биреүен ишеттек. Уларға беҙ ҙур өмөттәр бағлайбыҙ!”

Тағы бер әсәйҙең уйына килгән һүҙҙәрҙе яҙып үтмәй булмай. “Хәйерле көн! Миңә сара бик оҡшаны. Шундай тулҡынландырғыс мәлдәр булды, хатта күҙҙәргә йәш тулды. Сараны бик матур ойошторғандар. Тантана ваҡытында башҡа төрлө яҡты уйҙар килде, күңелдә йылы тойғолар уятнды: патриотизм, һоҡланыу, ғорурлыҡ! Биргән анттарына тоғро ҡалып, тырышып уҡып, илебеҙ өсөн кәрәкле, файҙалы һәм билдәле кешеләр булып үҫһендәр!” – тип яҙған “Әбйәлил махсус комплекслы хеҙмәтләндереү” унитар предприятиеһының кадрҙар бүлеге белгесе Сәбилә Фәнил ҡыҙы Зәйнуллина.

Бөгөнгө сара миңә шул ҡәҙәр оҡшаны, тип яҙа Салауат районы Ишембай мәктәбе уҡытыусыһы Гөлгенә Мансурйән ҡыҙы Ғазакова. “Балаларҙың баштарын юғары тотоп, ҡорур баҫып тороуы үҙе бер тантана. Рәсүл улымдың шундай тарихи ваҡиғаның бер тамсыһы булыуына бик ҡыуанам һәм ғорурланам. Егеттәр биргән анттарына тоғро ҡалырына ышанам. Киләсәктә һәр ҡайһыһына, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, йәмғиәтебеҙҙә үҙ урынын табып ҙур кеше булыуҙарын теләйем. Аҡ юл һеҙгә, егеттәр!” – тигән теләктәрен еткерҙе ул.

Тантананан һуң хәҙер инде йәш шайморатовсылар Башҡортостан Республикаһы милли музейға юлланды. Улар өсөн экскурсия ойошторолдо. Бында уҡыусылар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа арналған бүлектә булып, билдәле шәхестең тормош юлы, уның хәрби хеҙмәте менән танышты. Уҡыусыларға был тантананың иҫтәлеге итеп бүләккә генерал Шайморатов тураһындағы китап тапшырҙылар.

Республикабыҙҙа Шайморатовсылар рәтенә ҡабул итеү эше башланды. Ә бөгөнгө йәш шайморатовсылар тарихи ваҡиғаның беренсе битен асты. Улар был итте асыусы ғына булып ҡалмайынса, киләһе йылдарҙа фиҙаҡәр хеҙмәте менән уны дауам итеүсе лә булырҙар.

Рим Ғәббәсов, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Р.Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатының шайморатовсы класы тәрбиәсеһе.

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности