Уҡытыусы!

Уҡытыусы!

Ошо исемдән дә

Бөйөгөрәк ниндәй исем бар!

Күңелем тулы һиңә рәхмәтем бар,

Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар.

 

Тәрбиәсем!

Һин аңлаттың йәшәү мәғәнәһен,

Йөрәгеңдән күсте ут – ялҡын.

Бирһен хоҙай, рәхмәттәре менән

Тормошоңа бәхет өҫтәлһен.

Бирһен хоҙай…

Түҙемлегең, ахыры, ҡая һымаҡ,

Ә күңелең тулы нур ғына.

Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең,

Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына.

 

Уҡытыусыларыбыҙға,тәрбиәселәреҙгә бағышланған байрам концертыбыҙ ошондай йылы,йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәр менән башланып китте. Ысынлапта ,был байрам бер аҙ тулҡынландырғыста,шул уҡ ваҡытта шатлыҡлыла.Байрам көнөндә һәр бер уҡытыусы үҙенең беренсе уҡытыусыһын иҫкә алып ,уҡыусы булған саҡтарын уйлаһа, бер аҙ моңһоуҙыр ҙа,ә шулай ҙа уларҙың йөҙҙәрендә бөгөн байрам кәйефе һәм дә нурлы йылмайыу.Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙҙы ,тәрбиәселәребеҙҙе һөнәри байрамдары менән гимназиябыҙ директоры Сәлихов Илнур Рифат улы,профсоюз комитеты етәксеһе Әминә Әнүәр ҡыҙыла ҡотлап ,изге теләктәрен еткерҙеләр.

Был байрамда сәхнәбеҙ түрененең биҙәге, Башҡортостаныбыҙҙың халыҡ артисы Азамат Тимеровта күптәребеҙҙең иң яратҡан “Уҡытыусыма” йырын ҙур тулҡынланыу менән башҡарҙы.

Шулай уҡ республикабыҙҙың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин уҡытыусы һәм тәрбиәселәребеҙҙе “ Ағиҙелдән китеп барам” йыры менән ихлас ҡотлап үтте.

Йәш егеттәр Алмаз Такалов , Урал Тимеров , Айназ Низаметдинов сәхнә иҙәнен дерһелдәтеп,ут сәсрәтеп бейеүҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.

Уҡытыусы ,йыр-моң оҫтаһы Наил Әмир улы беҙҙе моңло тауышы менән ҡыуандырып ”Зәңгәр күлдәк” йыры менән ҡотланы.

«Гәлсәр» балалар вокал студияһы етәксеһе Эмилия Карамованың көслө,шул уҡ ваҡытта наҙлы тауышы ,уҡыусыларыбыҙҙың «Минең уҡытыусым” йыры күңелдәребеҙгә хуш килде.

Гимназиябыҙҙың «Аманат» этно фольклор төркөмө эстәлекле,матур йырҙары менән концертыбыҙҙы тамамлап ҡуйҙы.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности