Көҙгө кросс-2020

Көҙгө кросс-2020

Рәми Гарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия – интернатында йүгереү буйынса көҙгө кросс традицияға әйләнгән. Был кростан һуң күп уҡыусылар спортҡа йәлеп ылыға. 2010 йылдан башлап был кросс Башҡортостандың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәүф Ғәзиз улы Кәримовтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана. Быйыл ярыштың үткәреү шарттары үҙенсәлекле булды – егеттәр 1000метр, ҡыҙҙар 500 метр араға физкультура дәрестәрендә йүгерҙеләр. Һәр параллель араһында еңеүсе һәм призлы урын яулаусы егеттәр һәм ҡыҙҙар асыҡланды. Шулай уҡ гимназия күләмендә абсолют еңеүселәр ҙә билдәләнде. Егеттәр араһында иң шәп йүгереүсе тип Хәсәнов Ильмир, ҡыҙҙар араһында Вафина Азалия танылды. Бөтә еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар гимназияның сығарылыш уҡыусыһы, даими спонсорыбыҙ. “Лукойл МИД-ИСТ ЛТД “ (Ирак) нефть компанияһының хеҙмәткәре Алмаз Хатмуллин ярҙамында миҙал, грамота һәм кубоктар менән бүләкләнделәр. Осрашыу ваҡытында Алмаз:“Рәүф Ғәзиз улының иҫтәлегенә бағышланған көҙгө кросс еңеүселәрен бүләкләүҙе үҙ өҫтөмә алыу минең өсөн почетлы бурыс,” -тип әйтте.

Кроста еңеүселәрҙе тантаналы линейкала тәбрикләү уҙғарылды. Физик тәрбиә уҡытыусыһы Фәйзулла Ғәбделйән улы:”Көҙгө кросс оло еңеүҙәргә алып барһын”,-тигән теләк белдерҙе һәм сараның бағыусыһы Алмаз Хатмуллинға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Ф.Абдрафиков

0
Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности