Ололар көнөнә – оло хөрмәт!


1октябрь, ололар көнө айҡанлы, администрация һәм профсоюз ойошмаһы тарафынан ойошторолған экскурсия барыбыҙға ла бик оҡшаны.
Был сара хөкүмәт тарафынан “Социаль туризм” проекты буйынса Ғафури районына ойошторолдо.
Беззең ветерандарҙы Красноусол шифаханаһында ҡаршы алдылар. Унда беҙ курорт тарихы, минераль сығанаҡтар менән таныштыҡ.
Артабан юлыбыҙ “Башҡортостан йөрәге” проектына ярашлы Имәндәш ауылы биләмәләренә йүнәлде. Тәбиғәттең матур ҡосағында, йәмле Еҙем йылғаһын ҡурсалап ултырған ғорур Уҡлы ҡая итәгендә, проекттың авторы, үҙебеҙҙең сығарылыш уҡыусыбыҙ (2004йыл) Гөлназ Балтаева ҡаршы алды. Ул ошо урындар менән бәйле тарих менән таныштырҙы, урындағы халыҡтың шөғөлө тураһында бәйән итте. Ошонда уҡ күргәҙмә ла ойошторолған ине.
Байрам көндө ошо күркәм сараны ойоштороу ветерандар өсөн ҙур бүләк булды. Гимназиябыҙҙың директоры Ильнур Рифат улы Сәлиховҡа һәм профсоюз ойошмаһы етәксеһе Әминә Әнүәр ҡыҙы Баймөхәмәтоваға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Шәрипова М.М.

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности