Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында быйылғы Белем байрамы бик матур үтте.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында быйылғы Белем байрамы бик матур үтте.
Килгән ҡунаҡтарыбыҙ уҡыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе, уҡытыусыларҙы, барлыҡ коллективты яңы уҡыу йылы менән ҡотлап иң изге теләктәрен еткерҙе!
Ҡунаҡтарыбыҙ Башҡортостан Республикаһы мәғәриф һәм фән министрлығының милли мәғәриф идаралығы етәксеһе Зинуров Булат Илшад улы,“Беренсе” Рәми Ғарипов исемендәге 1–се Башҡорт республика гимназия-интернаты сығарылыш уҡыусылары ассоциацияһы төбәк йәмғиәт ойошмаһы рәйесе Ғөзәиров Борис Миҙхәт улы, “Йәншишмә” гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов, Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡытыу буйынса проректоры Ибраһимов Илдус Ғүмәр улы, Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар союзы рәйесе Әлибаев Зәки Арыҫлан улы булды.
Бөгөнгө линейкаға килеп, шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙҙы уртаҡлашырға килгәнегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе һәм ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ.
Байрамдың йәме булып “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле солисы Исхаҡов Айҙар һәм моңло тауышлы Артур Сатлыҡов сығыш яһанылар.

Белем байрамы ғына түгел, ә тормошобоҙҙағы яҡты өмөттәр, хыялдар тормошҡа аша торған көн. Барлыҡ уҡыусыларға белем баҫҡыстарын яулауҙа ныҡышмалылыҡ, ата-әсәләргә именлек һәм балаларының бәхетле киләсәгенә ышаныс, ә уҡытыусыларға илһамлы эш һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
Яңы уҡыу йылы һеҙҙең өмөттәрегеҙҙе аҡлаһын һәм яңы белемдәр менән байытһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек юлдаш булһын!

1+
Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности