Һөйөнөслө яңылыҡ!

2020 йылдың 10 июнендә Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды Башҡортостан Республикаһында туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә арналған проекттарға гранттар биреү конкурсында ҡатнашҡан ойошмалар араһында еңеүселәрҙе билдәләне.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт  республика гимназия-интернаты конкурсҡа «Беренсе +» регион-ара балалар проектын  тәҡдим итте.

«Беренсе+» Регион-ара балалар проекты йәйге, ҡышҡы һәм яҙғы каникул осоронда тәжрибәле башҡорт теле уҡытыусылары ярҙамында Рәсәй Федерацияһы өлкәләрендә йәшәгән башҡорт балаларына туған телдә иркен һөйләшеүҙе һәм аралашыуҙы ғәмәлгә ашырыу маҡсатын күҙ уңында тота.  Шулай уҡ «Өфөлә уҡырға теләйем» (республиканың юғары уҡыу йорттары менән танышыу), «Өфө ҡалаһы тарих күҙлегенән» (ҡала тарихы менән танышыу, музейҙарға барыу), «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» (мәҙәниәт усаҡтары менән таныштырыу һәм башҡорт телендә барған театраль тамашаларҙы ҡарау) кеүек экскурсия программалары ҡаралған.

Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа һәм фонд етәксеһе Люциә Ҡаһым ҡыҙы Юлыеваға туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа оло ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

1+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности