БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ

“БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ”халыҡ-ара белем биреү акцияһын ойоштороу һәм үткәреү тураһында МӘҒЛҮМӘТ

Үткәреү ваҡыты: 2020 йылдың 25 апреле

Үткәреү урыны: онлайн-форматта, «Башҡортостан

юлдаш телевидениеһы», «Интернет» селтәре 

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 18 мартында баҫтырылған 246-р һанлы бойороғона ярашлы 2020 йылдың 25 апрелендә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2020” акцияһын үткәрәсәк.

Ойоштороу һәм эш комитеттары составы, “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2020” акцияһын ойоштороу һәм үткәреү планы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының 2020 йылдың 1 апреленән 402-се приказы менән раҫланды.

Диктант-2020 ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы.

Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәлдәргә бәйле башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 2020 йылда беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн-форматта уҙғарыу планлаштырыла.

Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк.

2020 йылдың 25 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә», «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 11:55-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

сәғәт 12.00-нән сәғәт 12.20-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Акцияла һәр ҡатнашыусы диктантты үҙ аллы өйҙә яҙа ала. «Интернет» мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша яҙған ҡатнашыусыларҙың эштәре https://bashkdictant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә. Шулай уҡ яҙма эштәрҙең фотоһын, скан вариантын bashkdiktant2020@mail.ru электрон почтаһына, +7 (927) 950-02-66  Whatsapp мессенджер номерына 2020 йылдың 26 апреленә 23:59 сәғ. тиклем ебәрергә мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта диктантты 2020 йылдың 26 апрель 23:59 сәғ. тиклем http://bashkdictant.ru рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (www.instagram.com, https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.

Диктант темаһы һәм тексы ойоштороусылар тарафынан билдәләнә.

Диктант тексы ғалим-филологтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярҙамы менән 3 вариантта әҙерләнәсәк: башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн, башҡорт телендә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар Сайттағы шәхси кабинеттары аша йә электрон почтаға ебәреләсәк.

Акция ҡатнашыусыһы булып енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, матди һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берекмәләренә инеү-инмәүенә, шулай уҡ башҡа хәлдәргә ҡарамаҫтан һәр кеше ҡатнаша ала.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashkdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Диктаторҙар:

  1. Зәйнетдинов Заһир (мульти-инструменталист, шоумен) – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
  2. Мурзина Флүрә («Хәбәрҙәр» программаһының алып барыусыһы) – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
  3. Сәлимов Марсель (сатирик яҙыусы, шағир, публицист, тәржемәсе) – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

2+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности