“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” регион-ара конкурсы тамам!

10-17 мартҡа тиклем барған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”регион-ара конкурсында гимназиябыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тимербулатова Римма Мирсәйет ҡыҙы ҡатнашты.

Республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән рухлы, талантлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған 56 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары “Методик портфолио”, Милли костюмдар презентацияһы”, “Дәрес”, “Дәрестән тыш сара”, “Оҫталыҡ класы”, “Мәғариф проекты”, “Асыҡ лекция”, “Мәғариф сәйәсмәндәренең түңәрәк өҫтәле” һынауҙарын үтте.

Был мәртәбәле конкурста гимназиябыҙҙың уҡытыусыһы Римма Мирсәйет ҡыҙы һынатманы. “Педагогик портфолио” этабында уның сайты иң шәптәрҙән табылды, “Милли кейемдәрҙе презентациялау” турында 2-се урын алды. Бөтә төр һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Тимербулатова Р.М. “Оҫта уҡытыусы” номинацияһы еңеүсеһе һәм онлайн – тауыш биреүҙә иң күп тауыш йыйып, “Тамашасы һөйөүе призы” номинацияһының абсолют еңеүсеһе тип табылды.

Гимназиябыҙ данын яҡлаған Римма Мирсәйет ҡыҙын оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Артабанғы эшендә бейек үрҙәр теләйбеҙ!

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

2+

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности