Яңы китаптың исем туйы

5 мартта 7б һәм 8а класы уҡыусылары республикала билдәле яҙыусы, журналист, байтаҡ китаптар авторы Лира Яҡшыбаева менән осрашыу булды. Яҙыусы ошо арала баҫылып сыҡҡан «Зәйнулла ишан Рәсүлев» исемле китабының исем туйын үткәрҙе. Бөтә донъяға билдәле шәхес уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Алып килгән китаптарҙы шунда уҡ һатып алып бөттөләр. Шулай уҡ Мөжәүир хәҙрәт һәм башҡа әүлиәләр тураһында һорауҙар күп булды. Лира Әхмәт ҡыҙы бирелгән һорауҙарға төплө һәм аңлайышлы итеп яуаптар бирҙе. Уҡыусылар тағы ла осрашыу үткәрергә кәрәк тигән фекерҙә таралышты. Лира Әхмәт ҡыҙына, беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул итеп килгәне өсөн, оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности