Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ…

Рәми Ғарипов премияһын тапшырыу тантанаһы

Гимназияла йыл һайын февраль айында Рәми Ғарипов премияһын тапшырыу тантанаһы үтә. Быйылғы сара ике өлөштөн торҙо: тәүгеһендә гимназистар шағирҙың ижады – шиғырҙарын, көндәлектәренән өҙөктәрҙе һөйләп ишеттерһә, икенсе өлөштә иһә биш кешегә премия тапшырылды. Мәртәбәле премияға быйыл иң алдынғы уҡыусылар лайыҡ булды: 11-се класс уҡыусылары Батырхан Хәмиҙуллин, Вилена Колеганова, Нур Собханғолов. Улар тиҫтерҙәре араһында яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе, гимназия тормошонда ҡайнап йәшәүе, республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем булыуҙары менән айырылып тора.

Шулай уҡ Рәми Ғарипов премияһына 1991-1994 йылдарҙа гимназия-интернат директоры вазифаһын башҡарған Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Марат Мөхәмәтйән улы Хафизов, сценарий оҫтаһы, режисер, драматург, «Урал батыр» эпосын мәңгеләштереүҙә ҙур эш башҡарған сығарылыш уҡыусыбыҙ Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Сурина лайыҡ булды. Лауреаттарға гимназия-интернат директоры Илнур Рифат улы Сәлихов иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Лауреаттарҙы Айназ Низаметдинов етәкселегендә «Аманат» этнофольклор төркөмө Рәми Ғариповтың «Аманат» ҡобайыры, “Сыңрау торна” йыры менән тәбрикләне. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа лауреаттарҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.

Кисәнең сценарий авторы һәм ҡуйыусыһы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. С. Ҡылысова. «Таңсулпан» драма түңәрәге етәксеһе Р.Ф. Нәбиева, «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбле етәксеһе А. Такалов, техник операторҙар Урал Тимиров һәм Батырхан Хәмиҙуллинға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0
Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности