Быуындарҙы ялғап быуындарға, Илде тотҡан телем, һүҙем бар

“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге, Өфө ҡалаһының милли мәғарифы ойошторған был сара Туған телдәр көнөнә арналды. Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһына ҡалабыҙҙың төрлө мәктәптәренән рухлы, үҙ уйын ҡурҡмайынса ҡыйыу әйтә алған уҡыусылар, студенттар йыйылды, туған телдәрҙең кәрәклеге, мөһимлеге, уны үҫтереү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Сараны рухлы шиғырҙары менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары асып ебәрҙе. «Асыҡ микрофон»да Вәлиева Айгүзәл, Нур Собханғолов, Гөлназ Ишемғужина һорауҙарға тапҡыр яуап биреп, тәҡдимдәр индереп, әүҙемлек күрһәттеләр. Афарин уларға!

Республикабыҙҙың билдәле шағирәләре Йомабикә Ильясова, Тамара Юлдашева, Хәлисә Мөҙәрисова менән осрашыу, фекер алышыу, уларҙың ижадын тыңлау кисәгә йәм өҫтәне.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности