“Башҡорт 2.0” клуб-проектының сираттағы осрашыуы

20 февраль көнө “Башҡорт 2.0” клуб-проектының сираттағы ҡунағы булып, гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусылары, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры актерҙары Артур Кәбиров, Айҙар Шәмсетдинов һәм Морат Рафиҡов килде. Улар үҙҙәренең һөнәре тураһында ентекләп һөйләне, тәжрибәләре менән бүлеште. Гимназияла уҡыған саҡтарҙы, ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе лә һүҙгә алдылар. Әйткәндәй, актер булыу еңел эш түгел икән. Бында һәр бер бирелгән рольде яратырға, дөрөҫ итеп башҡара белер кәрәк. Башҡортостан Республикаһының Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров әйтеүенсә, иң мөһиме ихтияр көсөнә бай һәм тирә-яҡҡа мөхәббәтле булырға кәрәк, шунан барыһы ла килеп сығасаҡ. Ҡунаҡтар тамашасыларҙы ижади күстәнәстәр менән һыйлап, матур кисәне тамамланылар.

Смотреть все фото

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности