Рәми Ғариповҡа – 88 йыл!

Хөрмәтле гимназистар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ата-әсәләр, милләттәштәр!

Барығыҙҙы ла бөгөнгө иҫтәлекле көн менән тәбрикләргә рөхсәт итегеҙ.

Рәми Ғарипов исемен йөрөткән данлыҡлы гимназиябыҙ өсөн февраль айы йыл да ҙур тантанаға әүерелә. Ялҡынлы, илһамлы, ҡайнар йөрәкле оло әҙиптең беҙҙең гимназия уҡыусыһы булыуы бөтәбеҙ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ ул. Яҡты донъяла әҙ генә йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙ ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем бер туҡтауһыҙ эҙләнгән, ярһып ижад иткән кешегә һоҡланмау мөмкин түгел.

Әгәр ҙә һеҙ Рәми Ғариповтың көндәлектәрен ҡулығыҙға алһағыҙ, бер нәмәгә иғтибар итерһегеҙ: ул бик күп уҡый, дәртләнеп, илһамланып йәшәй, бойоғоп, ҡул ҡаушарып ултырыу башына ла инеп инеп сыҡмай. Ябай ғына ауыл егетендә белемгә ынтылыу, юғары интеллект, тормошҡа һөйөү ҡайҙан килде икән?!

Бөгөн шағирҙың тыуыуына – 88 йыл. Уның яҡты иҫтәлегенә тап төшөрмәү, гимназияның данын арттырыу беҙҙең бурысыбыҙ булып тора.

Каждый год мы торжественно отмечаем день рождения талантливого башкирского поэта – Рами Гарипова, который является гордостью нашей гимназии. Он прожил короткую, но яркую, насыщенную жизнь, оставил богатое поэтическое наследие. Простой деревенский парень с незаурядным талантом неустанно работал над собой, совершенствовал свои знания, был в беспрерывном творческом поиске, вдохновенно создавал свои произведения. Несмотря на жизненные трудности, поэт никогда не терял пламенного чувства любви к жизни. И мы, гариповцы, должны учиться у него всему этому. Мы должны быть достойными светлой памяти Народного поэта, трепетно беречь его честное имя, приумножать славу нашей гимназии, гордо носящей его имя!

 

0
Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности