Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы – кешелек байлығы

Өфөлә унынсы тапҡыр ЮНЕСКО-ның «Донъя халыҡтары эпостары» проекты сиктәрендә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын Рәсәй Федерацияһы һәм донъя халыҡтары телдәрендә яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы. Бына өсөнсө йыл инде конкурс халыҡ-ара статусында ойошторола һәм «Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы – кешелек байлығы» тип атала.

Конкурста Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән, Германия, Израиль, Һиндостан, Украина, Франциянан һәм башҡа илдәрҙән 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Был саранан беҙҙең Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия – интернатының уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Башҡорт телендә һөйләү буйынса беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҙа ҙүр уңыштарға өлгәштеләр: Киньябулатова Уралия 2-се урын яуланы; “Рухлы сыгыш” номинацияһына Ишмуллин Ильяс лайыҡ булды, ә “Артислыҡ һәм һөйләү оҫталығы” номинацияһы буйынса Байбурин Тимур еңеп сыҡты.

Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, Башҡортостан социаль технологиялар институты уҙғарҙы. Сара быйыл йәй Өфөлә үтергә тейешле VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек булды.

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләү, сәхнәләштереү һәм костюмдар өҫтөндә эшләү буйынса Ишморатова Фәймә Ғибат ҡыҙы бик ҙур өлөш индерҙе. Балаларға һәм конкурсты ойоштороусы Фәймә Ғибат ҡыҙына ҙур уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ, үҙебеҙҙең оло рәхмәтебеҙҙе белгертәбеҙ!

Китапханасы: Гөлфиә Муфазал ҡыҙы Фәхрисламова.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности