«Аманаттың» беренсе еңеүе!

24 ғинуар көнө, йәш тел һөйөүселәр араһында “Урал-батыр” эпосын һөйләү, сәхнәләштереү буйынса халыҡ-ара конкурс уҙҙы. Башҡорт социаль технология институтында был ярыш 10-сы тапҡыр ойошторола.

Балалар башҡорт, инглиз, төрки һәм башҡа телдәрҙә сығыш яһап, эпостың “башҡорт энциклопедияһы” икәнен тағы ла дәлилләй.

Был саранан беҙҙең Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернатының уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. “Аманат” исемле этно-фольклор төркөмө Уралдың һүҙҙәрен көйгә һалып, музыкаль инструменттарҙа уйнап, “Иң яҡшы башҡарыусылар” номинацияһында еңеү яуланы. Был төркөмдең тәүге уңышы!

Уҡыусылар думбыра, ҡыл-ҡумыҙ, скрипка, ҡурай, ҡумыҙ, дөңгөр кеүек ҡоралдарҙа бар һәләттәрен күрһәтә.

Төркөмдөң етәксеһе, гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусыһы Айназ Низәметдинов.

Төркөм бәләкәй, шул уҡ саҡта ныҡлы, етди аҙымдар менән алға бара. “Киләсәктә улар тағы ла бейек үрҙәрҙе яулар әле” – тип ышанырға ҡала!

Тап ошондай йәш быуын Башҡортостандың тарихин, әҙәбиәтен һаҡлай, үҫтерә һәм пропагандаларға ярҙам итә. Улар шулай әүҙем, дәртле, рухлы булһа, беҙҙең тел, ил йәшәй һәм әллә күпме йылдар йәшәйәсәк тигән фекер тыуа.

Если вы нашли ошибку, пожалуйста, выделите фрагмент текста и нажмите Ctrl+Enter.

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности