Ҡотлайбыҙ!

Каникулдың һуңғы көндәрендә беҙҙең уҡыу йотонда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион-ара олимпиада үтте. Күрше өлкәләрҙән һәм республиканан тел һөйәр дүрт йөҙгә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәләре билдәле булды. Беҙҙең уҡыусылар ҙа еңеүселәр рәтендә. 8-се кластар араһында абсолют еңеүсе тип Йәрмөхәмәтова Илгизә (уҡытыусыһы Лилиә Искәндәр ҡыҙы Әминева) билдәләнде. 9-сы класс уҡыусылары араһында Янбаева Илүзә еңеүсе (уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева) булды. Шулай уҡ Сәғәҙәтова Юлиә, 8- се класс (уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева) призер булды.

Уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы еңеүҙәре ҡотлайбыҙ! Шулай уҡ олимпиадала ҡатнашыусы уҡыусыларҙы әҙерләгән Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡылысоваға, Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатоваға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

0

Антикоррупция

75-летие Победы

Видео

Последние новости

Меню

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам:

Мы используем cookie-файлы для наилучшего представления нашего сайта. Продолжая использовать этот сайт, вы соглашаетесь с использованием cookie-файлов.
Принять
Политика конфиденциальности